Өфөләге «Именлек» геронтология үҙәгенең яңы корпусы - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылында төп төҙөлөштәрҙең береһе. Әле бина 45 процентҡа әҙер, фасад эштәре бара. Ул Рәсәй президенты тарафынан тормошҡа ашырылған «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, был ҡарттар йорто ғына түгел, ә оло йәштәгеләр өсөн уңайлы пансионат. Бында медицина блогы, дауалау-хеҙмәт реабилитацияһы бүлеге өсөн дә урын табыла. Проект үҙ эсенә ҡышҡы баҡса, йәйге веранда, аҙ хәрәкәтсән кешеләр өсөн лифт һәм бассейнды үҙ эсенә ала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһенең дә ҡартлыҡты яҡындары менән ҡаршылау мөмкинлеге юҡ. Беҙҙең бурыс - бындай кешеләр өсөн яҡшы, лайыҡлы шарттар булдырыу, тип яҙған Башҡортостан башлығы.