Республиканың сауҙа министрлығы йәмәғәт берекмәләре менән берлектә эшләү һөҙөмтәһендә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса рейтингта Рәсәй федерацияһының бөтә субъекттары араһында беренсе урын яулаған.
Ведомство тарафынан бәхәстәрҙе судҡа тиклемге һәм судтан тыш тәртиптә хәл итеүҙә әүҙем эш алып барыла. Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын боҙоу буйынса мөрәжәғәттәр һөҙөмтәһендә 10 миллион һумдан ашыу аҡса ҡайтарылған.
Идаралыҡ 600-гә яҡын суд эшендә ҡатнаша. 2023 йылда һатып алыусыларға 150 меңдән 350 мең һумға тиклем суммаға өҫтәмә хеҙмәттәр йөкмәткән автосалондар эшмәкәрлеге буйынса ла яҡлау эше алып барыла.