Махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеү теләге ирекмәндәрҙе һәм төбәктең ярҙамсыл кешеләрен берләштерҙе. Ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәптәр тарафынан һалдаттарға ярҙам итеү ойошҡанлыҡ менән үтәлә.
Был юлы гуманитар ярҙамға аҙыҡ-түлек һәм көндәлек кәрәкле тауарҙар, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, төҙөлөш материалдары, электр ҡорамалдары һәм йылы кейем-һалым тупланған. Алғы һыҙыҡта кәрәкле әйберҙәр яугирҙарҙың заявкалары буйынса ебәрелә. Хәрбиҙәргә ғаиләләренән күңел йылыһы биреп йыйылған исемле посылкалар ҙа тапшырыласаҡ.