Иртәгә Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтә

Һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған конкурсҡа быйыл илдең төрлө төбәктәренән 500-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән.

«Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, «Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» конкурсының географияһы йылдан-йыл киңәйә, ҡатнашыусылар һаны арта. Быйыл йомғаҡлау тантанаһына Татарстандан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Пермь крайынан, Мәскәүҙән, Удмуртиянан ҡунаҡтар көтөлә.

Еңеүселәр 10 номинация буйынса билдәләнә, һәр береһендә өсәр лауреат. Иң йәш ҡатнашыусыға 18, иң олоһона 93 йәш. Ойоштороусылар әйтеүенсә, айырыуса «Көмөш ирекмән» номинацияһы популярлыҡ менән файҙалана. Конкурсты йомғаҡлау тантанаһында ҡатнашыусыларҙы бай йөкмәткеле программа көтә. Гүзәл заттар өсөн матурлыҡ салондары, күргәҙмәләр, халыҡ имселәре, дин әһелдәре менән түңәрәк өҫтәлдәр эшләйәсәк. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре, ҡатындары медик-психологик ярҙам саралары менән таныша ала.