Хоҡуҡ һаҡлау органдары сит ил граждандары булған урындарҙа иҫкәртеү саралары үткәрҙе. Төнгө рейдтар барышында Өфөләге күңел асыу йорттары, кафе һәм ресторандар тикшерелә, ғәмәлдәге миграция ҡануниәте талаптарын боҙоп, Рәсәй биләмәһендә булған 18 сит ил гражданы асыҡлана. Уларға административ протоколдар төҙөлгән. Материалдар судҡа ебәрелгән, унда хоҡуҡ боҙоусыларҙы Рәсәйҙән ситкә сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.