2023 йылдың төп ҡаҙанышы - ғүмер оҙайлығы арттырылды. Алдан иҫәпләп сығарыу буйынса, хәҙер ул 73 йәш тәшкил итә. Был күрһәткес тармаҡтың һөҙөмтәле эшләүен билдәләй, тине төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.
Өфөлә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса коллегия ултырышы үтте. Былтыр Башҡортостанда 98 тиҙ төҙөлә торған модулле конструкциялар сафҡа ингән, шул иҫәптән 84 ФАП эшләй башланы. Бер табип амбулаторияһында капиталь ремонт яһалған, дүрт меңдән ашыу медицина ҡоролмаһы һәм 185 автомобиль һатып алынған. Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге төҙөлөшө тамаланды. Өфөнөң Затон биҫтәһендә, Баймаҡ ҡалаһы, Ҡырмыҫҡалы һәм Мәсәғүт ауылдарында поликлиникалар һәм Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһының яңы корпусы файҙаланыуға тапшырылды. Былтыр паллиатив ярҙам хеҙмәте лә үҫеш алды. 60 койка-урынға иҫәпләнгән Өфө хосписы эшләй башланы.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының коллегия ултырышында тармаҡ хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. Медицина эшсәндәренең бер төркөмөнә юғары наградаларға лайыҡ булды.