Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылында Шәмсетдин Зәки иҫтәлегенә арналған сара үтте

Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылында 19 быуаттың бөйөк шағиры һәм педагогы Шәмсетдин Зәки иҫтәлегенә арналған сара үтте. Осрашыуға Башҡортостан төбәктәренән һәм Татарстандан ҡунаҡтар саҡырылды.

Һуҡыр ҡалыуына ҡарамаҫтан Шәмсетдин Зәки уҡымышлы була. Ул Балыҡлы ауылы мәҙрәсәһендә, Ҡазанда уҡый. Тыуған ауылында, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡыта. Шиғырҙарын төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә яҙа. Шағирҙың иҫтәлегенә арналған сара Зәк-Ишмәт урта мәктәбендә башланды. Бында таҡтаташ ҡуйылған.

«Батырлыҡ» эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Салауат Һатыбаев ҡунаҡтары ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған экспонаттар менән таныштырҙы. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды. Мәктәп уҡыусылары спектакль сәхнәләштереп, талантлы шәхестең тормош юлын һөйләне.

Ауыл клубында урындағы халыҡ әҙерләгән милли ризыҡтар, шулай уҡ оҫталарҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Ауыл клубы артистары ҡатнашлығында концерт үтте. Ауыл биләмәһе башлығы Илфат Зәйнәғәбдинов «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә саралар үткәреүҙә берҙәмлек һәм ярҙам күрһәткәндәре яҡташтарына рәхмәт әйтте. Хәтер кисәһенән һуң ауыл мәсетендә Ҡорбан ашы ойошторолдо.