Өфөлә “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” республика конкурсы финалы уҙҙы. Унда 90 белгес ҡатнашты. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә Өфөнөң 281-се балалар баҡсаһынан Гөлназ Ҡураева еңеү яуланы. “Туған тел тәрбиәсеһе” номинацияһында баш ҡаланың 18-се балалар баҡсаһынан Әлиә Ишдәүләтова иң яҡшыһы тип табылды.