Башҡортостан вәкилдәре Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнаша

Халыҡ-ара сара бөгөн Сочи ҡалаһында башланды. Ул донъя йәштәре араһында халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм киңәйтеү маҡсатынан ойошторола. “Беҙҙе бик яҡшы ҡаршы алдылар. Мексика, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм башҡа сит ил вәкилдәре менән таныштыҡ”, - тип белдерҙе республика делегацияһы вәкиле Гөлгөнә Баһаутдинова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөтә донъя йәштәр фестивалендә Рәсәй һәм сит илдәрҙән 20 мең йәш лидер ҡатнаша. Башҡортостан исеменән 180 кеше һәм 65 ирекмән сығыш яһай.