Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡышҡы экспресс менән файҙаланғандар артыуы теркәлгән. Туристик маршрут Өфө – Яңы Абҙаҡ йүнәлеше буйынса 16 декабрҙән хәрәкәт итте. Поезд туристарҙы тау саңғыһы курортына йөрөттө. Иртәгенән был маршрут ябыла. Өфө – Белорет электричкаһы иһә көн һайын юлға сыға.