Был уҙған йылдың ошо осоронда булғандан 10 ярым процентҡа күберәк. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Шишмә заводында эш тамамланған, Раевкала етештереү дауам итә. Башҡортостанда уҙған көҙ 1 миллион 600 мең тонна татлы тамыр ҡаҙып алынды. Сөгөлдөр 19 районда үҫтерелде.