Бының өсөн 152 миллион һум тотонола. Бында тағы 50 эш урыны булдырыла. Республика хөкүмәте ошо турала килешеү төҙөнө. Яңыртылғандан һуң предприятиела йыл һайын 11 миллион консерва етештереү мөмкинлеге була. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, 5 йылда республикала аҙыҡ-түлек тармағында 12 ҙур проект ғәмәлгә ашырылған. Бының өсөн 8 миллиард һум инвестиция йүнәлтелгән.