Төҙөүселәргә мәғлүмәти моделләштереү технологияларына күсергә кәрәклеген аңлаттылар

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы төҙөлөштә мәғлүмәти моделләштереү технологияларын индереү мәсьәләһенә ҡағылышлы стратегик сессия уҙғарҙы.

Төҙөлөшкә яңы технологияны индереү бынан ары документациялағы хаталарға юл ҡуймаҫ, тип күҙаллана. Иң мөһиме, ул торлаҡтың үҙҡиммәтен 5-10 процентҡа кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Әле Башҡортостанда 122 махсуслашҡан төҙөлөш компанияһы эшләй. Уларҙың икеһе әле үк эштә мәғлүмәти моделләштереү технологияһын ҡуллана. 1 июлгә тиклем барлыҡ төҙөүселәр ҙә яңы һанлы технологияға күсергә бурыслы.

Төҙөлөштө лә һанлаштырыу мөһим, юғиһә алға китеш булмаясаҡ. Мәғлүмәти моделләштереү технологияһы бинаны проектлау, төҙөү, эксплуатациялау, шул иҫәптән һүтеү процесын да иҫәпкә ала. Ул ҡасан, ниндәй материал һатып алырға кәрәклеген аңлау йәһәтенән дә төҙөүселәрҙең эшен еңеләйтергә мөмкинлек бирәсәк.Берәй күрһәткесте үҙгәрткәндә беҙгә электр, инженер селтәрҙәрен, елләтеү, янғын хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы бөтә һыҙмаларҙы яңынан һыҙырға кәрәкмәйәсәк. Программа автоматик рәүештә моделде бинаның бөтә параметрҙары буйынса тулыһынса һанап сығара аласаҡ.

Артем Ковшов, Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары