Сәләмәт йәшәү рәүешен яҡлаусылар, лайыҡлы тормош алып барған өлгөлө ғаиләләр республика конкурсында уңышҡа ирешеүгә тос өлөш индергән. Күптән түгел төбәктә Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзалары менән осрашыу үтте.
Сара сиктәрендә ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан егет-ҡыҙҙар, өлгөлө ғаиләләр билдәләнде, уларға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Төпкөлдә йәшәгән ауыл кешеләренең финанс грамоталылығын күтәреү маҡсатында ауыл китапханаһына махсус әҙәбиәт тапшырылды. Финанс грамотаһы буйынса күсмә китапхананы һәр ауылда ойоштороу күҙаллана.
Әбүбәкерҙәр быйыл Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылы һәм Башҡортостанда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән уҙғарылған Йәштәр йылы сараларында ла әүҙем ҡатнашмаҡсы. Төбәктә рухи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау, халыҡ кәсептәрен үҫтереүгә иғтибар ҙур. Ауыл аҡһаҡалы Шәмсетдин Сынбулатов үҙ ҡулдары менән эшләгән йорт йыһаздары, тормош-көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән яҡташтарын һөйөндөрә.