Башҡортостанда яңы хәрби берәмек йыйыла башланы

Уға эләгеү өсөн, теләгән һәр кем илдең Оборона министрлығы менән хәрби хеҙмәт буйынса контракт төҙөй ала. Республика военкоматынан хәбәр итеүҙәренсә, контракт төҙөргә теләүселәр республиканың төрлө район-ҡалаларынан килә. Улар һаны аҙ түгел, көн һайын кәмендә бер нисә тиҫтә кеше.

Контрактты бер йыл йәки күберәк ваҡытҡа төҙөргә мөмкин. Һәр кандидат медицина һәм психологик тикшереүе үтә, бөтә процестарҙа ҙа инструкторҙар оҙатып бара. Контракт төҙөүгә 18 йәштән 65 йәшкә тиклемге һаулығы ныҡ булған ир-егеттәр һайлап алына. Контракт төҙөүселәр өсөн федераль һәм төбәк түләүҙәре ҡаралған, ғаиләләре өсөн ҡырҡлап ярҙам төрө бар.