Башҡортостанда телевидение Өфөлә телевизион вышкалы телеүҙәк төҙөүҙән башланған. Башҡорт студияһында тәүге тура эфир 1959 йылға яңы йыл төнөндә була. 1 мартта телевидение тапшырыуҙары эфирға сыға башлай. Программа тәүҙә аҙнаһына өс тапҡыр көнөнә 2 сәғәт ярым сәғәт барған. Күп йылдар буйы йыйылған архив материалдар кассеталарҙан һанлы форматҡа күсерелде.
2001 йылда илле- нән ашыу программа тапшырған һәм кино күрһәтеүҙе тормошҡа ашырған «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» булдырыла. Спутник каналы Башҡортостандың бөтә майҙанын, шул иҫәптән таулы райондарын телетапшырыуҙар менән ҡапларға мөмкинлек бирә. Хәҙерге көндә беҙҙең телеканалды донъяның төрлө мөйөштәрендә ҡарап була.