Һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған конкурсҡа илдең төрлө төбәктәренән 500-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Быйыл йомғаҡлау тантанаһына Татарстандан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Пермь крайынан, Мәскәүҙән, Удмуртиянан гүзәл заттар килде. Сарала «Ватанды Һаҡлаусылар» Фонды рәйесе Анна Цивилева ла ҡатнашты. Бүләкләү тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова видеояҙмаһы.
Залда ултырыусы бер гүзәл зат та тантанаға осраҡлы эләкмәгән. Бәйге финалистары йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән, гуманитар миссияға әүҙем ҡушылып, илһөйәр быуын тәрбиләүсе төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙары. Йәшенә һәм милләтенә ҡарамай, уларҙың һәр береһе тыуған иле үҫешенә үҙ өлөшөн индергән.
Бөтә Рәсәй статусын алыу менән бәйгелә төрлө конфессия, милләт ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнаша башлаған. Улар үҙ төбәктәрендә Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм телдәрен һаҡлау йәһәтенән ҙур эш алып бара. Иң йәш конкурсантҡа 18 булһа, иң олоһона 93 йәш. Бәйгеселәр 10 номинацияла билдәләнде.
Бөтә Рәсәй конкурсы финалында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм Рәсәй геройҙарын тәрбиәләгән әсәләр, тол ҡатындар иғтибарһыҙ ҡалманы. Улар гөлләмәләр, француз яулыҡтары менән бүләкләнде.
Сара сиктәрендә бер төркөм яугирҙәргә «Хәрби хәрәкәттәр ветераны» таныҡлығы тапшырылды. Улар араһында махсус хәрби опреацияла, төрлө локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар бар.
Конкурстың төп маҡсаты гүзәл заттарҙың йәмғиәттә абруйын күтәреү, уларҙың эшмәкәрлеген , әсәлектең көндәлек хеҙмәтен баһалау. Киләсәктә бәйгенең географияһы тағы ла артыр, тигән өмөттә ойоштороусылар.
Лилиә Мәҡсүтова