Бөгөн Өфөлә "СМАРТ-баҡсасы" Бөтә Рәсәй форумы үтә. Был йыйында илдең 15 төбәге вәкилдәре ҡатнаша. Улар алдында Республика Башлығы сығыш яһаны. Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда баҡса ширҡәттәренә дәүләт ярҙамы буйынса төп йүнәлештәр билдәләнгән. Ике йылда 366 миллион һум бүленгән. 300 баҡса ширҡәтенә ярҙам күрһәтелгән. Быйыл тағы 225 миллион йүнәлтелә. Республика Башлығы иң яҡшы баҡса ширҡәттәре рәйестәренә 500 мең һумлыҡ 10 сертификат тапшырҙы. Гранттар уҙған йылда булдырылды. Киләһе йылда уларҙың һанын 20-гә еткерергә тәҡдим ителде.