Минең баҡсам-Башҡортостан. Баҡсасылар өсөн ошондай исем аҫтында яңы мәғлүмәт платформаһы эшләй башлай. Дәүләт системаһына старт бөгөн Өфөлә үткән «Смарт-баҡсасы» Бөтә Рәсәй форумында бирелде. Өс йыл элек Башҡортостанда башланғыс баҡсасылар форумы быйыл федераль кимәлгән күтәрелгән. Сарала илдең 15 субъектынан ҡунаҡтар ҡатнаша. Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы тәбрикләне, Радий Хәбиров баҡсасыларҙы көткән төп яңылыҡтар хаҡында билдәләп үтте. Төп үҙгәрештәр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә кәримова репортажы.
Минең баҡсам-Башҡортостан. Яңы мәғлүмәт системаһының исеме генә түгел, асылы ла шәп. Заманса платформала баҡсасылар ширҡәттәре, уларҙың майҙаны, торошо, проблемалары тураһында тулы мәғлүмәт туплана. Системала һәр баҡсасы шәхси кабинетын аса ала. Әлеге ваҡытта платформала 238 баҡсасылыҡ ширҡәте теркәлгән, уларҙың 68-ҙе заманса формат менән актив ҡуллана. Радий Хәбиров бөгөн форумда белдереүенсә, килсәктә дәүләт ярҙамы системала теркәлгән баҡсасылыҡ ширҡәттәренә генә күрһәтелә.
Баҡсасылар форумы быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторола. Был йүнәлешкә иғтибар йүнәлтеү осраҡлы түгел. Республикалағы һәр өсөнсө кеше баҡсасы. Ошо йылдарҙа бөтәһе 140 баҡсасылыҡ ширҡәтенә юл һалынған, 9 мең электр иҫәпләү ҡоролмаһы урынлаштырылған. Финанслау күләме 400 миллион һумға яҡын.
Форум да баҡсасылар, эшҡыуарҙар ғына түгел, дәүләт власы органдары вәкилдәре лә, ғалимдар ҙа ҡатнаша. Фойелағы күргәҙмәтә йәшелсә-емештең яңы сорттары, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш алымдары менән танышырға мөмкин. Мәҫәлән, Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтәе Башҡортостан буйынса идаралығ вирусһыҙ, ауырыуҙарҙан таҙартылған картуф орлоғо тәҡдим итә. Ә быяла һауыттарҙағы иңкештәр теплицаларҙа йәшелсә-емеште дарыу һипмәйенсә һеркәләндерә, энтомофагтар, телә, баҡса бөрсәләре менән көрәшә.
Башҡортостанда башланғыс алған баҡсасылар форумы быйыл федераль кимәлгә сыҡҡан. Сарала 15 төбәктән ҡунаҡтар ҡатнаша, улар форумдың әһәмиәтен юғары баһалай.
Ҡатын көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, юлдар һалыу, электр иҫпәләү ҡоролмалар урынлаштырыу, ҡануни проблемалар. Баҡсасыларҙы борсоған һорауҙар байтаҡ. Әммә хәҙер боҙ урынынан ҡуҙғалды тип әйтергә мөмкин. Йылдар дауамында йыйылған мәсьәләләр эҙмә-эҙлекле хәл ителә.
Башҡортостан башлығы «Иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәте» конкурсының 10 еңеүсеһенә 500 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы. Киләһе йылда грантты алыусылар һаны ике тапҡырға арттырыла, тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда 1 мең ярым тирәһе баҡсасылыҡ ширҡәте иҫәпләнә, Баҡсасылыҡ экологик яҡтан таҙа йәшелсә-емеш үҫтереү билмәһе генә түгел, йәй буйы саф һауала, ҡаланан ситтә йәшәү мөмкинлеге лә. Әммә баҡсасыларҙы борсоған проблемалар ҙа етерлек, улар тәү сиратта инфраструктура, юл, һыу газ тәьминәте кеүек һорауҙар менән бәйле. Форум ошо көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшереү, хәл итеү мөмкинлеге бирә.
Рәмзиә Кәримова