Радий Хәбиров Өфөлә Көрәш һарайы төҙөлөшө менән танышты

Өфөнөң 450 йыллығына сафҡа индереләсәк иң төп объекттарҙың береһе - Көрәш һарайы әҙерлеге 68 процентҡа еткән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш майҙансығында булып, эш барышы менән танышты. Әле объектта тышҡы һәм эске яҡтан биҙәкләү эштәре башланған, инженер, елләтеү системалары монтажлана. Билдәле булыуынса, бында тәүлек әйләнәһенә ике сменаға бүленеп 350 кеше эшләй. Күләмле төҙөлөш республика етәксеһе ҡушыуы буйынса 2022 йылда башланғайны. Бинаның майҙаны 28 мең квадрат метр буласаҡ.

Көрәш һарайында балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, спортсылар өсөн ҡунаҡхана урынлашасаҡ, проект буйынса ресторан, бассейны булған фитнес-үҙәк тә ҡаралған. Объект сафҡа индерелеү менән бында төбәк, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара кимәлдәге спорт ярыштары уҙғарыу ҡаралған.