Барыһы ла еңеү өсөн. Стәрлетамаҡтан эшҡыуар Александр Кузьменко 3Д-принтер ярҙамында пилотһыҙ осоусы аппараттарға гранатаны теүәл ташлау ҡулайламалары эшләй. Махсус хәрби операция биләмәһенә ул «ҡанаттар»ҙан тыш, дрон өсөн өҫтәл, медицина кәрәк-яраҡтары - ампула, «самокол» тип исемләнгән шприц та оҙата. Пластиктан етештерелгән продукция менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.
Пилотһыҙ осоусы аппараттар өсөн тәғәйенләнгән өҫтәлдең барлыҡ деталдәрен 3д-принтерҙа баҫтырыу өсөн бер тәүлек ваҡыт талап ителә. Стәрлетамаҡтан Александр Кузьменко йөгө булған дронды һауаға күтәреүҙе еңеләйткән ҡулайлама эшләй башлаған. Махсус хәрби операция биләмәһендә ул ҙур ихтыяж менән файҙаланыла.
Заманса технологиялар ярҙамында 3-Д принтерҙар еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итә. Бындай бәләкәй цехтар тотош ил буйынса ойошторолған. Ирекмәндәр билдәләүенсә, маҡсат бер - дошманға етди ҡаршылыҡ күрһәтеү. Александр Кузьменкоға килгәндә, ул ябай эшҡыуар, айти-технологиялар менән ҡыҙыҡһына. Быға тиклем 3д принтерында сувенирҙар етештерелһә, хәҙер фронт продукцияһы күпләп баҫтырыла. Ирекмән хәрби припастарҙы ташлау ҡулайламалары айырыуса ихтыяж менән файҙаланыуын билдәләй.
Махсус продукция етештереү өсөн бушлай бина бүленгән, бында эш тәүлек әйләнәһенә, хатта, ял көндәрендә лә ойошторолған. Шуныһы мөһим - хәрби кәрәк-яраҡтар һатылмай, был яҙыу һәр бер изделияға ҡуйыла. Әйткәндәй, сираттағы гуманитар ылау «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары һорауы буйынса әҙерләнгән. Александр Кузьменкоға килгәндә, ул барлыҡ продукцияны үҙ аҡсаһына етештерә. Ирекмәнгә материалдар менән һәр кем ярҙам итә ала. Экранда күрһәтелгән һаҡлыҡ банкы картаһына аҡса ебәрергә була.
Гөлназ Хәйбуллина