Халыҡ ижадында үткән сарала райондың 2023 йылдағы йомғаҡ яһалды, фиҙакәр хеҙмәт итеүселәр, социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға тос өлөш индергән хеҙмәт алдынғылары һәм коллективтар бүләкләнде.
Илдар Бәхтийәров тантаналы сараны асып, район Советының 2023 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында таныштырҙы. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙ сығышында иҡтисади үҫеш, ауыл хужалығы, социаль өлкәһенең тотороҡло кимәлен, эшкә урынлашыу өлкәһендәге күрһәткестәр яҡшырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Хөкүмәт һәм район кимәлендәге наградаларға эйә булыусы хеҙмәт алдынғылары араһында райондың үҫешенә тос өлөш индергән фермерҙар һәм эшҡыуарҙар, уҡытыусылар һәм табиптар, эшселәр һәм етәкселәр ҙә булды. Фәнил Ғәйетбаев 40 йылдан ашыу механизатор булып эшләй. Намыҫлы, оҙайлы тырыш хеҙмәте өсөн ул Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Баймаҡ районының ауыл биләмәләре республика “Айыҡ ауыл” конкурсында әүҙем ҡатнаша. Уҙған йылда район буйынса был мәртәбәле бәйгелә Үрге Яйыҡбай ауылы еңеп - республика кимәленә сыҡты. Улар йыл йомғаҡтарында район хакимиәтенән 50 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
Тантаналы йыйылышта ауыл хужалығы тауарҙары, етештереүсе хужалыҡтар, ҡул эштәре оҫталары күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Сараны халыҡ ижады үҙәге артистарының сағыу концерт номерҙары, район һәүәҫкәрҙәренең дәртле сығыштары биҙәне.