Миәкә районында 8-9 класс уҡыусылары өсөн ауыл хужалығына экскурсия үткәрелде

Яңы быуын фермерҙары Миәкә районында тәрбиәләнә.Төбәктә 8-9 класс уҡыусылары өсөн бер нисә ауыл хужалығына экскурсия үткәрелде. Ойоштороусылар үҫмерҙәргә һөнәри йүнәлеш биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Проект әле башланып ҡына тора, уны башҡа райондарҙа ла үткәреү иҫәбе бар.

Аппарат һәр һауымдан һуң йыуыла, киптерелә. Таҙалыҡ - бында төп талап. Быға тиклем тик ҡул менән генә һыйыр һауыуҙы күргән үҫмерҙәргә аппарат ҡыҙыҡлы күренде.

Бик үҙенсәлекле экскурсия. Ферма эсендә булғаным юҡ ине әле. Һауым ваҡытына тура килмәнек, шуныһы йәл.

Артём Ғизәтуллин

Тәүлегенә фермала 5 тонна һөт һауыла. Балалар аҡты һаҡлау мискәһен күрҙе. Һөт эсемәһен өсөн, бүлмәлә билдәле түбән температура һаҡлайҙар. Хәйер, продукция фермала оҙаҡ тормай: эшкәртеүгә ебәрелә. Бында сығарылған һөттән «Своё наше» бренды ризыҡтары эшләнелә.

Мин үҙем ауыл балаһы. Шуға бындағы күренештәр миңә ят түгел. Һөнәр тураһында уйлайым ғына әле. Бәлки, аграр өлкәне һайлармын.

Александр Леонтьев

Үҫмерҙәр аҙбарға ла инде. Уларға билдәле булмаған монбельярд тоҡомло малдарҙы күрһәттеләр. Был тоҡом юғары һөтлөлөгө менән айырыла. Йәмғеһе фермала 600 һыйыр, яртыһынан күберәге - һауым малы.

Мал тоҡомдары, аҙығы төрҙәре, ауыл хужалығы техникаһы. Уҡыусылар аҙ ғына булһа ла, аграр йүнәлеш эшмәкәрлегенә яҡынлашты. Экскурсиялар үҫмерҙәр өсөн был йүнәлештә һөнәр һайлауҙа ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя ла инде.

Проект беренсе тапҡыр Миәкә районында үткәрелә. Киләсәктә ойоштороусылар башҡа райондарға ла сыҡмаҡсы.

Рәзилә Ғиниәтуллина