Ирәкте ырыуының данлы улы - Әнғәм Атнабаевтың исеме мәңгеләштерелде. Башҡортостандың халыҡ шағирына һәйкәл Үрге Тәтешле ауылында асылды. Ул район халҡы, меценанттар һәм әҙиптең туғандары ярҙамында тормошҡа ашырылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Башҡорт халыҡ көйөнән башланған сара тотош Үрге Тәтешле ауылын яңғыратты. Әнғәм Атнабаев төбәк халҡының ғорурлығы. Шуға ла һәйкәл асыу тантанаһы олоһон да, кесеһен дә бергә йыйҙы.
Башҡортостандың халыҡ шағирына һәйкәл урыны ла осраҡлы һайланмаған. Скульптор әҙипте район китапханаһы алдындағы майҙанда эскәмйәлә ултырған килеш һынландырырға тырышҡан. Рәссам Хәлит Ғәлиуллин Әнғәм Атнабаевтың эш ҡоралдарын да онотмаған. Уның бер туғандары әйтеүенсә, Әнғәм Ҡасим улы һис ҡасан да ҡулынан ҡәләмен төшөрмәгән.
Әнғәм Атнабаев башҡорт әҙәбиәтендә сағыу эҙ, бай мираҫ ҡалдырған шәхес. Бигерәк тә драматургия өлкәһендә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ғына уның 11 әҫәре сәхнәләштерелгән. «Ул ҡайтты» һәм «Балаҡайҙарым» пьесалары өсәр ҡабат уйналған.
Әнғәм Атнабаев ике республикаға ла хеҙмәт итә. Бөгөн дә уның шиғырҙарына йырҙар яҙыла, драма әҫәрҙәре сәхнәләштерелә.
Артабан сара район мәҙәниәт йортонда дауам итте. Тәтешлеләр Әнғәм Атнбаевтың иҫтәлегенә ойошторолған «Күрҙем шишмәләре» шиғриәт конкурс-фестивале ҡатнашыусыларын алҡышланы. Быйыл йәмғеһе 130-ҙан ашыу эш ҡабул ителгән. Уларҙың 57-е финалға сыҡҡан. Әлеге ижади проект республиканың брендлы саралар исемләнгән ингән.
Азат Ғәлиуллин