Өфөлә футболист Зураб Парулава иҫтәлегенә ветерандар араһында турнир үтте

Бәйгелә 4 команда көс һынашты. Улар Өфө һәм Өфө районы данын яҡланы. Зураб Парулава - билдәле футболист, һаҡсы. Үткән быуаттың 80-се йылдарында СССР-ҙың икенсе лигаһында Өфө һәм Сухуми ҡалалары өсөн ярыштарҙа ҡатнаша, йәмғеһе 200-ҙән ашыу осрашыу уҙғара. 1993 йылда Өфөгә әйләнеп ҡайта һәм урындағы командалар өсөн сығыш яһай башлай. Профессиональ карьераһын тамамлағандан һуң тренер булып эшләй. Зураб Парулаваның беҙҙең арабыҙҙан китеүенә бер йыл, мини-футбол буйынса уҙғарылған ярыш уның иҫтлегенә бағышланды.

Турнир һөҙөмтәһе буйынса Авдон ауылының «Атлектик» клубы беренсе урын яуланы. Икенсе, өсөнсө урындарҙы «Таксист» һәм «Шурави» командалары бүлеште. Иң яҡшы уйынсы исеменә Өфө районынан Ринат Шәрәфетдинов лайыҡ булды.