Быйыл Башҡортостанда 123 йәмәғәт биләмәһен заманса төҫ аласаҡ

Быйыл «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» проекты сиктәрендә Башҡортостанда 123 йәмәғәт биләмәһен заманса төҫ аласаҡ. Ҡалаларҙа 67 проект тормошҡа ашырылһа, ҡалғаны ауылдарға ҡарай. Дөйөм сығымдар 1 миллиард 174 миллион һум тәшкил итәсәк. Төҙөкләндереләсәк барлыҡ объекттар тауыш биреү рейтингы һөҙөмтәләре буйынса билдәләнгәйне. Әйткәндәй, 2025 йылға прогаммаға индереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу этабы яҡынлаша. Муниципалитеттар тарафынан 216 объект тәҡдим ителгән, уларҙың 120-һе генә еңеүгә дәғүә итә. Республикала йәшәүселәр үҙҙәренә оҡшаған проект өсөн 15-17 мартта тауыш бирә ала.

Өфөнөң барлыҡ райондары ла конкурста ҡатнашасаҡ яңы йәмәғәт биләмәләрен билдәләне. Ҡала халҡы 18 проект менән яҡындан танышып, иң яҡшыларын һайлай ала. Парктар өсөн тауыш биргәндә әүҙемерәк булырға саҡырабыҙ.

Ирина Голованова, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры

Һуңғы биш йылда Башҡортостанда дөйөм сумма 7 миллиард һумға 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Бүленгән финанстарҙың 91 проценты федераль ҡаҙнанан. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» проекты сиктәрендә Өфөләге «Ҡашҡаҙан» паркы ла күләмле яңырыу кисергәйне. Йәмәғәт биләмәһе халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнде. Бөгөн парктта яҙҙы ҡаршылау буйынса күләмле байрам сараһы үтте, балалар ҡыш менән хушлашып, хоккей уйнаны.