«Салауат Юлаев» хоккейсылары «Трактор» менән серияла иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште

Континенталь хоккей лигаһының икенсе плей-офф уйыны юлаевсылар файҙаһына 4:1 иҫәбе менән тамамланды. Яҡташтарыбыҙҙан шайбаларҙы Александр Хмелевский, Данил Башкиров һәм ике тапҡыр Джош Ливо индерҙе. Шулай итеп дүрт еңеүгә тиклемге серияла иҫәп бергә бер.

Әйткәндәй, һуңғы уйын үҙенең көсөргәнешлеге менән айырылып торҙо. Был айырыуса өсөнсө осор уртаһында күҙәтелде. Тәүгеләрҙән булып мөнәсәбәттәрҙе Даниил Алалыкин менән Альберт Яруллин асыҡлай башланы. Улар артынан Данил Башкиров һәм Михаил Котляревский үҙ-ара һуғышты. Бынан һуң Чарльз Робинсон бер һуғыу менән юлаевсылар капитаны Григорий Панинды боҙға ауҙарҙы, ә һуңынан Алексей Василевский менән дә алышты. Нисек көнә булмаһын иң мөһиме таблолағы иҫәп. Яҡтар араһында өсөнсө осрашыу 4 мартта Силәбелә үтәсәк.