Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй кубогы финалы үтте. Аҙаҡҡы ярыш – эҙәрлекләп уҙышта яҡташыбыҙ икенсе урын алды, Красноярскиҙан Евгений Сидоров еңеү яуланы. Быға тиклем спринтта Антон Бабиков өсөнсө һөҙөмтә күрһәткәйне. Рәсәй кубогы дөйөм зачетында мәрәйҙәр һаны буйынса яҡташыбыҙ Эдуард Латыпов беренсе урынға сыҡты һәм “Ҙур гәлсәр глобус”ҡа лайыҡ булды. Бынан тыш, Эдуард Латыпов спринттар уҙышында, Антон Бабиков – масс-старттарҙа “Бәләкәй гәлсәр глобус”тар менән бүләкләнде.