Башҡортостанда 1,2 миллиондан ашыу кеше социаль ярҙам саралары менән файҙалана

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр бының өсөн 27 миллиард һум йүнәлтелгән. Сумманың күп өлөшө республика ҡаҙнаһынан бүленгән. Балалы ғаиләләргә айырыуса ҙур иғтибар күрһәтелә. 309 меңдән ашыу ғаилә төрлө пособиелар алған.