Башҡортостандың тағы 116 ауылына юғары тиҙлекле интернет килде

Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 39 районда телекоммуникацион ҡорамалдар ҡуйылды. Бөгөн тағы 35 меңдән ашыу ауыл кешеһе 4G (LTE) мобиль интернеты менән иркен ҡуллана ала. Милли проект буйынса бәләкәй ауылдарға элемтә үтә. Ул 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Беҙҙең республикала программаға 1 мең 300-гә яҡын ауыл индерелгән.