Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, аферистар электән ҡулланылған алым буйынса алдаған. Ир-уҙаманға үҙен полиция хеҙмәткәре итеп таныштырған кеше шылтыратҡан. Ул билдәһеҙ кешеләрҙең ир исеменә кредит алырға теләгәндәрен белдергән. Быны булдырмаҫ өсөн үҙ аллы займдар юлларға һәм бөтә аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә ҡушылған. Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хоҡуҡ һаҡсылары таныш булмаған иҫәп йәки телефон номерҙарына аҡса күсермәҫкә кәңәш итә. Шикле осраҡта полицияға мөрәжәғәт итергә була.