“Рәсәй экология операторы” компанияһы төбәктәр рейтингын әҙерләгән. Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһын тулыландырыу буйынса беҙҙең республика илдә тәүге бишәү исемлегенә ҡуйылған. Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу һәм эшкәртеүгә бәйле комплекслы эш алып барыла. Әле 88 меңдән ашыу сүп-сар контейнеры иҫәпләнә, 37 меңдән ашыу урында көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыла. Бөтә эш мәғлүмәт системаһында теркәлеп бара.