Башҡортостанда 60 миллион һумға юл яны комплексы төҙөлә

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, объект Өфө – Шаҡша юлында урынлаша. Күп функциялы комплекста кафе, кибет һәм дарыухана була. Инвестор быға тиклем М-7 “Волга” федераль трассаһында юл яны хеҙмәтләндереү биналарын файҙаланыуға тапшырғайны. Киләсәктә Өфө – Ырымбур юлында ла яңы комплекс төҙөргә ниәтләй.