Белем биреү учреждениеларында, китапханалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтарында тематик флешмобтар, осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар ойошторола. Байрам концерттары 6 мартта - Ҡала мәҙәниәт һарайында һәм Балалар филармонияһында, 7 мартта Ҡала мәҙәниәт һәм күңел асыу үҙәгендә була. Шулай уҡ фехтование, шахмат буйынса ярыштар үткәрелә. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан киләһе аҙнала өс көн ял ҡаралған.