Республикала автоматлаштырылған үҙәк иҫкәртеү системаһы ҡоролмаларының әҙерлеге тикшерелә. 6 мартта Башҡортостанда көндөҙгө 10 сәғәт 30 минуттан бөтә сиреналарҙы ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡабыҙыу ҡарала. Шулай уҡ теле- һәм радиотапшырғыстар мөмкинлектәре файҙаланыла. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты үҙәк иҫкәртеү системаһына комплекслы тикшереү ваҡытында халыҡты хафаланмаҫҡа саҡыра.