Башҡортостанда етештерелгән балалар өсөн һөт продукцияһы Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский кеүек эре ҡалаларҙа, тағы ла республиканың 125 магазинында һатыла. Йыш ҡына ата-әсәләр «Һөт кухняһы» продукцияһы менән сауҙа итеүсе магазиндар селтәрен киңәйтеүен һорай, был эште уңышлы башҡарабыҙ, тип яҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Эремсек, йогурт, һөт ризыҡтары хәҙер «Пятерочка», «Ашан», «Лента» кеүек магазиндарҙа һәм башҡа федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәрендә һатыла. Һөт аҙыҡтарын шулай уҡ махсус кибеттәрҙә лә һатып алырға мөмкин. 3 йәшкә тиклем балаларға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатындарға, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ғаиләләргә һөт продукцияһы бушлай бирелә.