Өфөлә туберкулезға ҡаршы сараларға арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте

Башҡортостанда туберкулез менән яфаланыусылар кәмегән. Әйтәйек, 2022 йылда 3 мең 200 ауырыу булһа, былтыр был күрһәткес 2700 кеше тәшкил иткән. Шуның менән бергә йоғошло ауырыу арҡаһында һәләк булыу осраҡтары ла аҙыраҡ теркәлгән.

Был турала туберкулезға ҡаршы сараларға арналған ғилми-ғәмәли конференция барышында белдерелде. Ауырыуҙарҙың кәмеүе федераль һәм төбәк бюджетынан финанслау күләме артыуы, яңы дауалау ысулдары барлыҡҡа килеүгә бәйле. Мәҫәлән, заманса препараттар файҙаланыу һөҙөмтәһендә химия терапияһы ваҡыты йыл ярымдан 9 айға тиклем кәмегән. Бынан тыш, республикала «Минең фтизиатр» мобиль ҡушымтаһы ла булдырылған.