Тамашасыларға ҡан тапшырыуҙың файҙаһы тураһында һөйләп, тематик викторина үткәрелде, балалар өсөн һүрәт төшөрөү майҙансығы эшләне. Хәйриә концертында баш ҡаланың йыр һәм бейеү коллективтары сығыш яһаны. Шулай уҡ теләгән һәр кем лотереяла ҡатнашты. Билет һатыуҙан йыйылған аҡса “Үҙенсәлекле балалар” хәйрә фондына тапшырыласаҡ. Донорҙарҙы йәлеп итеү буйынса киләһе акцияны 7 мартта уҙғарыу күҙаллана.