Иглин районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 102 йәшен билдәләне

Сталинград өсөн яуҙарҙа ҡатнашҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына 102 йәш. Рәйфә Насирова Иглин районында йәшәй. Хеҙмәт юлын Баҡалы районында башлай, математиканан уҡыта. Ил өсөн һынылышлы ваҡытта ир-егеттәр менән йәнәш ут эсендә йөрөп Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерә.

Йөҙйәшәрҙең тормош тәжрибәһе, фиҙаҡәр хеҙмәте йәштәргә Ватанға тоғролоҡ, илһөйәрлек өлгөһө лә булып тора. Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы алты бала әсәһе. Ветерандың 14 ейәне, 8 бүләһе бар. Күптән түгел бүләсәре тыуған. Сал сәсле ветеран Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршыларға теләй.

Рәйфә Насирова, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Сталинградты азат итеүҙә ҡатнашыусы

Мәктәп уҡыусылары яңы уҡыу йылынан хәрби хеҙмәт нигеҙҙере буйынса белем аласаҡ. Беҙҙе мәктәптә граната ташларға, шыуышырға, винтовка менән эш итергә өйрәттеләр. Сталинградт өсөн барған һуғышта дошман самолеттарының маркаларын асыҡлап, теүәл координаталарын иҫәпләп батареяға еткерә инем. Шунан уларға ҡаршы ут аса инек.