Мәләүез районында хәрби бәрелештәр ветераны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтырыбыҙға ярҙам ойошторған. Азамат Рафиҡов Ергән ауылында йәшәй. Ул гуманитар ылауҙар туплауға, окоп шәмдәре һәм маскировка селтәрҙәрен үреүгә ауыл халҡын да йәлеп итә. Ергәндәрҙең берҙәм эше тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Ирегән парафинды банка тулғансы һалырға ярамай. Уҡыусылар окоп шәмдәрен эшләү технологияһын инде яттан белә. Оҫтарылған.
Окоп шәмдәре өсөн банкаларҙы йыйыу акцияһы декабрҙә иғлан ителгән. Яңы йыл табындары үтһә лә, ауыл халҡы тимер һауыттарҙы әле һаман ташый. Шуға эш күп.
Окоп шәмдәре өсөн парафин менән уҡыусыларҙы Азамат Рафиҡов тәьмин итә. Маскировка селтәрҙәре өсөн туҡыма менән дә. Бөтә материал да ирекмән ойошторған мәктәп йәрминкәләренән сыҡҡан килем, халыҡ йыйған хәйриә аҡсаһына һатып алына. Бәләкәй селтәрҙәрҙе уҡыусылар үрһә, ҙурҙары - ололар яуаплылығында.
Азамат Рафиҡов - Чечен хәрби хәрәкәте ветераны. Ергәндә ул ауылдаштары, шул иҫәптән, махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән юлланыусы яугирҙар өсөн тактик медицина буйынса уҡыуҙар ҙа үткәрә. Балалар өсөн спорт саралары ойоштора.
Үҙе үк ҡасандыр хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡанға, ветеран махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтырыбыҙ ихтыяждарын яҡшы аңлай. Иң мөһиме, Ергәндәр берҙәм эш итә.
Рәзилә Ғиниәтуллина