Краснодар крайындағы «Сириус» биләмәһендә Бөтә Донъя йәштәр фестивале дауам итә

Башҡортостандан халыҡ-ара сарала 180 кешенән торған делегация ҡатнаша, шулай уҡ 60-тан ашыу ирекмән эшләй. Яҡташтарыбыҙ һәм сит ил ҡунаҡтарының фестивалдә тәҡдим иткән программаһы, күләмле форум тураһында уй-фекерҙәре менән хеҙмәттәшебеҙ, Бөтә донъя йәштәр фестивале делегаты Гөлгөнә Баһауетдинова таныштыра.

Башҡортостан бөтә донъя йәштәр фестивалендә! Ер шарының төрлө яҡтарынан халыҡ вәкилдәрен йыйып алған ҙур сара Сириус биләмәһендә бер аҙна дауамында бара.

Башҡорт балы, тәмле сәксәк, балдан яһалған туңдырма - ҡунаҡсыл республикабыҙҙы бындай тәмле ризыҡтарһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Бөтә донъя йәштәр фестивале сиктәрендә ойошторолған Башҡортостан күргәҙмәһен алыҫтан уҡ танып торалар. Иң ҙур стенд беҙҙә, ти республика делегацияһы етәкселәре.

Бөтә донъя йәштәр фестиваленә 188 илдән 20 меңгә яҡын делегат йыйылды. Уларҙың 10 меңе - Рәсәйҙән. Ҙур сараны асыу тантанаһы «Фишт» стадионы сәхнәһендә үтте. 2 сәғәтлек ҙур тамашаны ярты йыл элек әҙерләй башлағандар. Төп маҡсат, әлбиттә, йәштәр араһында дуçлыҡ күперен һалыу, халыҡтар берҙәмлеген нығытыу. Бергәләп, бөгөнгөнө барлау һәм киләсәкте уйлау.

Фестиваль майҙаны - Сириус университеты һәм тарихи Олимпик паркта урынлашҡан. Ҡатнашыусылар өсөн 800-гә яҡын оҫталыҡ дәресе, дискуссия, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үтеп тора. Бынан тыш, төрлө илдәрҙән илгән йәштәр үҙҙәре лә йыйылышып концерттар ойоштороп, һәр кем үҙeнең туған мәҙәниәте менән таныштырырға тырыша. «Рәсәй күңеле» майҙанында, илдең һәр төбәгенең үҙенсәлекле арт-объекттары урынлаштырылған.

Сит ил ҡунаҡтары ла саранан ҡәнәғәт һәм фестивалдең юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләй.

 

Беҙ Сочиға ике көн элек килеп еттек, фестивалдә ҡатнашыуға шатбыҙ. Сочи матур ҡала, саңғыла йөрөп ҡарарға ла теләйбеҙ. Бында беҙ тағы ла килер инек.

Дубай делегацияһы

Үҙебеҙҙең мәҙәниәтте, милли кейемдәрҙе бөтә донъя йәштәренә күрһәтергә теләйбеҙ, бындай мөмкинлеккә бик шатбыҙ.

Дубай делегацияһы

Донъя кимәлендәге әһәмиәтле ваҡиға Рәсәй президенты Указы буйынса үткәрелә. Фестиваль программаһы дөйөм кешелек ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үçтереүгә нигеҙләнгән.Һәр делегат өсөн был сара йәшлектең матур мәле булып иҫтә ҡаласаҡ.

Гөлгөнә Баһауетдинова