Сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Сорғолдо - «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабына сыҡҡан ауылдарҙың береһе. Сәмле халыҡ тағы ла күләмлерәк саралар ойошторорға тотонған. Әлеге бәйгегә лә конкурста ҡатнашыусы күрше райондар махсус саҡырылған.
Берәүҙәр ат сабышын ҡараған арала, икенселәр ғаиләләрҙең күңелле старттарҙа ҡатнашыуын ихлас күҙәтте. Был конкурста өлгөлө, күп бала тәрбиәләгән парҙар һынау тотто.
Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары ла иҫкә алынды. Ауылдан ике Советтар Союзы Геройы сыҡҡан. Миңнулла Бәҙретдинов яу яланында батырҙарса һәләк булһа, Ғабдулхай Сәйетов һуғышты башынан аҙағынаса үтеп әйләнеп ҡайта. Тап уның хәтирәләре нигеҙендә ауыл мәҙәниәт йортонда театрлаштырылған тамаша сәхнәләштерелде.
Тәтешлеләр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарын да онотмай. Төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә тырыша. Сорғолдолар мәҫәлән, гуманитар ылау туплауҙа ғына бик күп эш башҡарған.
Белгәндәрен башҡаларға ла өйрәтергә тырыша.
Ауылдаштар изге ғәмәлдәр башҡарырға тырыша. Ҡырҡылған һалмалар ғына мәҫәлән, бөгөн тиҫтәнән ашыу һауыттарға тултырылып яугирҙарға ебәрелгән.
Ғөмүмән, сорғолдоларҙың ул йәшәү рәүеше. Ә «Айыҡ ауыл» кеүек күләмле сараларҙа ҡатнашыу бары сәмгә этәргес кенә бирә. Ауылдаштар мәҫәлән, уртаҡ фекер менән урындағы кибеттәрҙә спиртлы эсемлек һатмаҫҡа килешкән.
Азат Ғәлиуллин