Өфө ҡотҡарыусылары ғаиләләр өсөн хәүефһеҙлек квесы ойошторҙо

Ул 1 март билдәләнгән Бөтә донъя граждандарҙы яҡлау көнөнә арналды. Квест һынауҙарын үтеүсе ғаиләләрҙе БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.

Янғын һүндереүселәрҙең кейеме ҙур булһа ла йәш ҡотҡарыусыларға был ҡамасауламай. Иң мөһиме - ярҙам итеү теләге. Утты улар бер нисә секунд эсендә һүнереп тә ҡуя. Бәхеткә күрә, ул виртуаль янғын.

Киләһе һынауҙар противогаз кейеү, беренсе ярҙам күрһәтеү менән бәйле. Шул уҡ ваҡытта ысын ҡотҡарыусы булыр өсөн иғтибарлы һәм йыйнаҡ булыу мөһим. Шуға күрә, этаптарҙың береһе - белемде тикшереүгә ҡоролған. Ашығыс осраҡтарҙа ҡайҙа шылтыратырға, кеше боҙ аҫтына китһә, нимә эшләргә? Быларҙың барыһына ла яуап эҙләнеләр.

Ғаилә квесын баш ҡала ҡотҡарыусылары ойошторҙо. Сара үтеп киткән Бөтә донъя граждандарҙы яҡлау көнө уңайынан уҙғарылды.

Был беҙ ойошторған икенсе квест. Тәүгеһе эҙләү-ҡотҡарыу эштәренә, ҡотҡарыусылар темаһына бағышланғайны. Был юлы этаптарҙың 80 проценты тиерлек граждандар оборонаһы менән бәйле. Шулай уҡ әле балалар ғына түгел, ә өлкәндәр ҙә - ата-әсәлар, олатай-өләсәйҙәр ҡатнаша.

Яна Калинина, Өфө ҡалаһы граждандарҙы яҡлау идаралығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе

Квест аҙағында һәр ҡатнашыусыға яңы компетенцияһын раҫлаусы документ тапшырылды.

Әлфинә Килдейәрова