Баймаҡ районында Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт комитеты «Атай, әсәй һәм мин - спортсы ғаилә» исемле ярыш ойошторҙо. Унда Урал аръяғы райондарынан 8 команда һәм агро-сәнәғәт колледжы студенттары ҡатнашты. Тулыраҡ, киләһе яҙмала.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Урғаҙа филиалында үткән сарала Белорет, Хәйбулла, Учалы, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Әбйәлил, Баймаҡ райондарының ветеринария бүлеге етәкселәре ҡатнашты. Улар студенттарҙы үҙ эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы, йәш белгестәрҙе эшкә саҡырҙы.
“Атай, әсәй һәм мин - спортсы ғаилә”. Сараның икенсе өлөшөндә мал табиптары ғаиләләре менән бергә төрлө ярышта үҙҙәренең көсөн һынаны. Ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Һәр ғаилә күңелле ял итте, спорт буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте.
Йылайыр районында һигеҙ йыл мал именлеге һағында тороусы Филиә Аҡҡужина ғаиләһе менән сәләмәт тормош яҡлы. Улар район кимәлендә үткән һәр ярышта әүҙем ҡатнашып, призлы урындар ала. Был юлы ла Аҡҡужиндар беренселеккә сыҡты.
Спорт байрамы сәләмәт тормошҡа ынтылыш тәрбиәләү, ғаилә-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу маҡсатын ҡуйҙы. Мал табиптары коллегалары менән аралашты, тәжрибә уртаҡлашты, рәхәтләнеп ял итте.