Ике йылда махсус хәрби операция биләмәһенә 114 гуманитар ылау оҙатылды

Республика Башлығы Радий Хәбиров “Аргументы и факты” баҫмаһына ҙур интервьюла шулай тип белдерҙе. Махсус хәрби операцияла Башҡортостандан ирекле батальондар ҡатнаша. Яугирҙәргә республика ҡаҙнаһынан аҡса түләнә. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләренә 39 төр ярҙам сараһы күрһәтелә. Халыҡ та әүҙем ҡушылды. Маскировкалау селтәрҙәре үрелә, гуманитар ылауҙар ебәрелә. Ярҙам сараларын тейешле ойоштора алдыҡ, был эш дауам итә, тип белдерҙе Радий Хәбиров.