Башҡортостанда грипп һәм киҫкен тын юлдары ауырыуҙары менән сирләгәндәр кәмей

Уҙған аҙнала 24 меңдән ашыу кеше табиптарға мөрәжәғәт иткән. Был күрһәткес алдағы осорҙан 11 процентҡа түбәнәйгән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, уҙған көн 95 кешелә коронавирус асыҡланған. Әле 145 пациент дауаханала медицина ярҙамы ала, 1 мең 900 кеше өйҙәрендә дауалана. Табиптар санитар-гигиена талаптарын теүәл үтәргә һәм һаҡланыу сараларын күрергә кәңәш итә.