Радий Хәбиров “Аргументы и факты” баҫмаһына интервьюла импортҡа алмаш һәм дуҫ илдәр менән хеҙмәттәшлек мәсьәләһенә туҡталды. Бөгөн ситтән индерелгән аҙыҡ-түлек үҙебеҙҙә етештерелә. Санкциялар етди кире йоғонто яһаны, ләкин ашығыс һөҙөмтәле саралар ярҙамында мәсьәләне хәл итеп булды. Ҡайһы бер ҙур сәнәғәт ойошмалары 3-6 айҙа эшмәкәрлекте үҙгәртә алды. Бөгөн Беларусь менән машиналар төҙөү өлкәһендә хеҙмәттәшлек үҫешә. Фармацевтика, медицина ҡорамалдары, быяла, автомобиль, нефть һәм газ сәнәғәте өсөн алмаш өлөштәр етештереүҙә санкциялар эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш алып барыла, тине Радий Хәбиров.