Вице-премьер Татьяна Голикова шулай тип белдергән. Президент Владимир Путин яңы 5 милли проект иғлан итте. Улар төрлө өлкәләрҙә халыҡ тормошон яҡшыртыу һәм иҡтисадты үҫтереүгә йүнәлтелгән. “Ғаилә”, “Кадрҙар”, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош”, “Күрһәткестәр иҡтисады” тигән милли проекттар тәҡдим ителде. Улар киләһе йылдан старт ала. “Рәсәй йәштәре” тигән проектты иһә быйыл уҡ башларға ниәтләйҙәр. Ул йәштәр сәйәсәтен үҫтереү буйынса яңы стратегияға нигеҙләнеп әҙерләнә. Милли проект йылдың икенсе яртыһында старт алыуы көтөлә.