Унда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проекты буйынса ҡуйылған спектаклдәр тәҡдим ителә. Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Туймазы һәм Өфө театрҙары сығыш яһай. Былтыр федераль проектта 8 ижади коллектив ҡатнашҡан. Театрҙар аҙналығы март аҙағында башлана.