"Китап-Байрам" май аҙағында була

Өфөлә  быйыл “Китап-Байрам”  халыҡ-ара китап йәрминкәһе май аҙағында Совет майҙанында ойошторола. Республика яҙыусылар союзынан белдереүҙәренсә, йәрминкә программаһы ҡыҙыҡлы һәм бай булмаҡсы. “Китап-байрам”  барышында  Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһының 90 йыллығы билдәләнә. Шул уҡ көндәрҙә Рәсәй Яҙыусылар союзының күсмә пленумы була, унда илдең 30 төбәгенән яҙыусылар ҡатнаша. Күләмле сара Республика Башлығы указына ярашлы уҙғарыла.